Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 12:07

Һөнәре буйынса иң яҡшылар билдәләнде

Иглинда торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көс һынашты

Иглинда торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының зона ярыштары үтте. Бәйге Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Иглин филиалы базаһында үтте. Конкурстың төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, йәштәрҙе эшкә йәлеп итеүҙә булышлыҡ итеү. Сарала Иглин район хакимиәте башлығы Николай Смойленко, Башкортостан Республикаһы торлак-коммуналь хужалығы министры убынбаҫары Николай Ельников һәм башҡалр ҡатнашты. Конкурс алты юнәлеш буйынса уҙҙы: слесарь-сантехник, ҡаҙанлыҡ ҡоролмаһы операторы, электромонтер, газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе, урам һепереүсе, тракторсы-механик. Ярыштар ике этаптан торҙо. Башта конкурсанттарҙың һөнәрҙәре буйынса теоретик белемдәре тикшерелде - улар тест биремдәрен үтәне. Һуңынан бәйгеселәр практик эштәр башҡарҙы. Комиссия ағҙалары конкурсанттарҙың эш ҡоралдары менән эш итеү, башҡарыу оҫталығы, эш тиҙлеге, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кеүек күрһәткестәрен баһаланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса алты номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Иглин торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Мансур Шәйхисламов «Иң яҡшы слесарь-сантехник» номинацияһында еңеүсе булды. Виктор Мисюля һәм Юрий Сычев "Иң яҡшы тракторсы-механизатор" номинацияһында беренсе һәм икенсе урындарҙы яуланы. “Иң яҡшы электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе” номинацияһында " Евгений Татаринцев беренселекне бер кемгә лә бирмәне. "Иң яҡшы электромонтер" исеменә Альмир Шәйхетдинов лайыҡ булды. – Конкурс иң яҡшыларҙы асыҡланы, ярыштар йылы дуҫтарса атмосферала үтте, - тип билдәләне республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Николай Ельников. – Беҙҙең һөнәри эшмәкәрлеккә йорттарҙың, подъездарҙың, урамдарҙың таҙа, йылы булыуы бәйле. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри оҫталыҡтарын конкурстарҙа ғына түгел, ә көндәлек эштә лә күрһәтерҙәр, тип ышанғыһы килә. Зона этабында еңеүселәр республика конкурсында ҡатнашасаҡ. Бәйге ағымдағы йылдың 30 сентябрендә үтәсәк.
Читайте нас: