Өфө районы халҡы республикала үткәрелгән барса экологик йүнәлештә уҙған саралар - акция, өмә, таҙа йомаларҙа әүҙем ҡатнаша."Йәшел Башҡортостан" республика экологик проекты сиктәрендә уҙған "Бөтә донъя таҙалыҡ көнө #Эшләйбеҙ2019", "Ағас ултырт та, тормош бүләк ит!" акцияларында ҡатнашҡан өфөләр былтыр 6850 ағас үҫентеләре ултыртып, уҙған 15 өмәнән 200 тонна сүп - сар йыйыуға өлгәшкән. Әле яңыраҡ улар райондың Зубов ауылындағы клиник - диагностик инфекция үҙәгенең тирә - яғына эре ылыҫлы ағастар ултыртты.