Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 14:51

Йәш уҡытыусыларға грант бирелде

Башҡортостан Республикаһындағы ауыл мәктәптәрендә эшләп йөрөгән 150 йәш уҡытыусы 2020 йылда уҙғарылған конкурста еңеп, йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында грант отто

Башҡортостан Республикаһындағы ауыл мәктәптәрендә эшләп йөрөгән 150 йәш уҡытыусы 2020 йылда уҙғарылған конкурста еңеп, йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында грант отто. Республика уҡытыусылары араһында Өфө районынан да йәш белгестәр булыуы бик ҡыуаныслы булды. Авдон мәктәбенән башланғыс класс уҡытыусыһы Әлфиә Чанышева, Дорогиндан биология уҡытыусыһы Урал Ишмөхәмәтов, физика уҡытыусыһы Марина Ғилманова, Миловканан география уҡытыусыһы Лилиә Шәйхисламова, Шамониндан биология һәм химия уҡытыусыһы Дарина Йәрмөхәмәтова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Венер Шаһмановтар бар көсөн һалып эшләй ҙә, бар белгәнен уҡыусыларына еткерә лә белә, йәш быуын араһында үҙ фәненә тәрән һөйөү ҙә тәрбиәләй.
Читайте нас: