Йәйғор
+11 °С
Облачно
Новости
27 Августа 2020, 09:50

Йырсы Ильяс еңеүсе

Ул "Йәшәй әле, башҡорт моңдары" тигән региональ - ара онлайн конкурста ҡатнашып, киң билдәлелек яуланы

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө районының Чесноковка ауылы егете Ильяс Яҡупов үҙенең әсәһе Әлиә Арыҫланова менән "Йәшәй әле, башҡорт моңдары" тигән региональ - ара онлайн конкурста ҡатнашып, киң билдәлелек яуланы.Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт бюджет учреждениеһы, Ырымбур өлкәһенең башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәге ойошторған был конкурста ҡатнашҡан яҡташыбыҙ "Шайморатов генерал" йырын башҡарып, 1- се дәрәжә диплом алып ҡыуанды. Һәләтле егетте лә, уның әсәһен дә моң донъяһы күптән инде үҙенә ылыҡтыра. Әсәле - уллы башҡорт телендә йырҙар башҡарырға ярата.
Читайте нас