Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 13:31

Буласаҡ беренселәргә бүләктәр

Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте етәкселеге 800 хеҙмәткәре менән берлектә "ОМК - Участие" хәйриә фонды ойошторған акцияға әүҙем ҡушылды

Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте етәкселеге 800 хеҙмәткәре менән берлектә "ОМК - Участие" хәйриә фонды ойошторған акцияға әүҙем ҡушылды."Йыл да үткән "Мәктәпкә - бергә!" хәйриә акцияһында йыйылған 44 мең һум аҡсаға күп балалы, аҙ килемле ғаиләләрҙәге беренсе класҡа уҡырға барасаҡ 13 балаға мәктәп формалары, кәрәк - яраҡ һатып алынды. - Һәр башланғысты, һәр яңылыҡты теләп ҡабул итеп, уны тормошҡа ашырырға мөмкинлек тапҡан завод коллективына ҙур рәхмәт. Был сараны ла 24 июлдән 20 августҡа тиклем атҡарып сыға алдыҡ. Тәү башлап мәктәп ишеген асып ингән балалар тырышып уҡып, илебеҙҙең ысын шәхестәре булып үҫһен, - тип һөйләне заводтың идара итеү директоры Андрей Елисеев.
Читайте нас: