Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 13:35

Президент автомобиль хәрәкәтен асыуҙа ҡатнашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырым республикаһына эш сәфәре барышында яңы төҙөлгән «Таврида» трассаһы биләмәләрендә автомобиль хәрәкәтен асыуҙа ҡатнашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырым республикаһына эш сәфәре барышында яңы төҙөлгән «Таврида» трассаһы биләмәләрендә автомобиль хәрәкәтен асыуҙа ҡатнашты.
Ил етәксеһе транспорт министры Евгений Дитрих, «Вад» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Абрамов һәм баш технолог Андрей Волков оҙатыуында «Аурус» автомобилендә руль артында яңы юлдарҙың бишенсе биләмәһе буйынса үтте. Владимир Владимирович трассаны төҙөү этаптары тураһындағы мәғлүмәт стендын ҡараны, эшселәр менән аралашты.
«Таврида» автомобиль трассаһын төҙөп бөтөү 2023 йылдың аҙағына планлаштырылған. Ошо йылдың аҙағына тиклем Керчтан Севастополгә тиклем 25,7 саҡрым юл эксплуатацияға индереләсәк.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: