Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 10:52

Балалар бүләккә шатланды

10 балаға мәктәп сумкаһы, канцелярия кәрәк - яраҡтары һәм тәмлекәстәр бүләк ителде

"Транспорт һәм хәүефһеҙлек институты" уҡыу үҙәгенең генераль директоры Рузил Әхмәтдинов етәкселегендәге уның хеҙмәт коллективы ағзалары хәйриә эшмәкәрлеккә айырыуса оло иғтибар бүлә.Бына әле яңы уҡыу йылы алдынан уларҙың яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Нуриман районының Красная Горка мәктәбе залында "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" тигән хәйриә акцияһына берҙәм ҡушылды. Һаулығы яғынан сикләнгән, аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, беренсе класҡа уҡырға барасаҡ 10 балаға мәктәп сумкаһы, канцелярия кәрәк - яраҡтары һәм тәмлекәстәр бүләк итеп, уларҙы шатландырҙы.
Мәғлүмәт Нуриман районының "Красный ключ" гәзитенән алынды.
Читайте нас: