Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 11:40

Эштәренә яҡшы баһа

Янғын һүндереүҙә, уның хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙә уларға ирекмәндәр ҙә ҙур ярҙам күрһәтә.

Благовещен районының 5 ауыл хакимиәтенә ҡараған 37 ауылдағы 4963 кешене хеҙмәтләндергән Бедеева Поляналағы "Ирекле янғын командаһы" урындағы йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эшләй.АЦ - 40 (5557) 2 берәмек техникаһы һәм тағылма мискәһе булған командала 5 кеше эшләй. Янғын һүндереүҙә, уның хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙә уларға доброволецтар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Быйылғы йылдың әлеге осорона янғын һүндереү буйынса 20, ә ялан - ҡырҙарҙа янып киткән кипкән үләнде һүндереүҙә 18 осраҡ теркәлгән.Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре уҙғарған тикшереү ваҡытында улар был "Ирекле янғын командаһы"ның эшенән ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: