Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 11:20

Өфөләр ҡышҡа әҙер

Өфө районы 2020 - 2021 йылдағы йылылыҡ сезонын уңышлы асыуға ҙур иғтибар бүлә

Өфө районы 2020 - 2021 йылдағы йылылыҡ сезонын уңышлы асыуға ҙур иғтибар бүлә. Алдан төҙөлгән графикка ярашлы,райондың 496 күп фатирлы йорт, дөйөм ятаҡтарҙа, 42 дауалау - профилактик учреждениеларында, 29 белем усаҡтарында, 69 ҡаҙанлыҡтарҙа үҙәк йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһында гидравлик һынауҙар үткәрелде.Райондың Булгаков, Авдон, Йоматау, Николаевка, Лебяжий, Нижегородка, Таптыҡ, Нурлы, Бәйғол ауылдарында йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаһы өлөшләтә йүнәтелеп, Дмитриевка ауылындағы иҫке ҡаҙанлыҡ замансаһына алмаштырылды.Һауа шарттарына ярашлы, өфөләргә йылы үҙ ваҡытында биреләсәк.
Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте башлығы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: