Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 11:30

Рәхмәт һүҙенә лайыҡ яҡташыбыҙ

Рим Сәғитович, һеҙ рәхмәт, маҡтау һүҙҙәренә мәңге хаҡлы.

Благовещен районының Яңы Турбаҫлы ауылында тыуып үҫеп, үҙенең хәләл көсө менән тырышып уҡып, эшләп, илебеҙ кимәлендә ҙур дәрәжәләргә ирешкән данлы яҡташыбыҙ Рим Сәғит улы Баҡыевтың исеме күптәргә таныш.Хөрмәтле, кешелекле, мөләйем Рим Сәғитович райондың "Полянский" совхозының директоры, Башҡортостан Республикаһының Премьер - министры булараҡ киң билдәлелек яулаған, фиҙакәр хеҙмәте өсөн орден - миҙалдар менән бүләкләнгән оло шәхес. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы Йыйылышы депутаты, сәйәсмән Рим Баҡыев хәҙер Благовещен районының почётлы гражданы исемен дә ғорур йөрөтә. Әле яңы ғына яҡташтары тарафынан бирелгән был исем менән уны ҡотлайбыҙ. Рим Сәғитович, һеҙ рәхмәт, маҡтау һүҙҙәренә мәңге хаҡлы. Һеҙҙең район халҡына эшләгән барса изге эштәрегеҙ күңел түрендә ныҡлы урын алған.
Читайте нас: