Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 11:50

Сираттағы авария теркәлгән

Водитель танытмаһы булмаған 17 йәшлек мотоцикл хужаһы, уның 16 йәшлек пассажиры ла тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға оҙатыла

Аҙнаның шәмбе көнө - 29 августа Благовещен ҡалаһындағы Седов урамынан Өфө - Яңауыл трассаһына һул яҡтан боролған ерҙә Hundai Solaris машинаһы менән Раcer маркалы мотоцикл бәрелешә.Юл хәрәкәтенә осраған,водитель танытмаһы булмаған 17 йәшлек мотоцикл хужаһы, уның 16 йәшлек пассажиры ла тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға оҙатыла. Ярай әле, Хоҙай Тәғәлә үлем осрағынан аралап, бәлиғ булмаған балаларҙы һаҡлап алып ҡалған. Юл-патруль хәрәкәте инспекторҙары скутер, мопед һәм мотоцикл руле артына документтары булмаған граждандарға ултырмаҫҡа кәңәш итә. Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла ҡайғы - хәсрәттән һаҡлайыҡ.
Читайте нас: