Нуриман районы Павловка күп функциялы клубының "Веретенце" рус халыҡ йыры ансамбле үҙенең сағыу сығыштары, моңло йырҙары менән халыҡ араһында киң билдәле.Уларҙың төрлө бәйге, конкурстарҙа еңеүҙәре лә бихисап. Әле яңыраҡ улар ансамбль етәксеһе Ирина Исмәғилева, район мәҙәниәт йорто концертмейстеры Азат Шәһиев менән IV Бөтә донъя "Содружество" конкурсында ситтән тороп ҡатнашып, 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ансамблдең сираттағы еңеүе районды, уның мәҙәниәтен йәнә данланы.