Шишмә районы Һайран мәктәбенең 9-сы класын тик бишлегә тамамлап, шәфҡәт туташы һөнәрен һайлаған 15 йәшлек Яңы Троицк ауылы ҡыҙы Элина Курамшина моделдәр мәктәбендә шөғөлләнеүе менән дә билдәлелек яулап өлгөргән.Әле яңыраҡ был сибәр, һомғол кәүҙәле, оҙон сәсле ҡыҙ "Башҡортостан ынйыһы - 2020" конкурсының финалына үтеп, еңеүселәрҙең төп составына инеп, "Юная" титулын яулауға өлгәшкән. Ябай ғына ғаиләлә тәрбиәләнгән Элинаға ата - әсәһе, туғандары ул ҡатнашҡан һәр конкурста терәк, таяныс булып тора. Шуға ла ҡыҙ һуңғы ике йылда үткән "Башҡортостан мәктәптәренең Вице - мисы", "Эко - Башҡортостан мисы -2019", "Башҡортостан матуры - 2019" конкурстарында еңеүселәр араһында була.Шундай йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҙур уңыштарға өлгәшкән Элина Курамшинаның еңеүҙәре тағы ла алда көтөп торһон.