Ата - әсәһенең һөйөүен тойоп, уларҙың наҙында ҡойоноп, ҡәҙер - хөрмәтен күреп, ысын егет булып үҫеп килә 14 йәшлек Урал менән 8 йәшлек Салауат Йыһановтар. Атай абруйы көслө булған был ғаиләлә малайҙарҙы ысын ир - егет итеп тәрбиәләүгә күп көс һалына.
Благовещен ҡалаһында үҙ йортонда йәшәгән Йыһановтарҙың 14 йәшлек Урал менән 8 йәшлек Салауат улдары күптән инде ҡул араһына ингән. Ҡайҙа, нимә эшләһәләр ҙә, был егәрле егеттәр аталары Булат Фәрит улы менән бергәләр. Баҡсала эшләгәндә лә, техника йүнәткәндә лә, балыҡ ҡармаҡлағанда ла, уларҙы татыулыҡ, уңғанлыҡ, тырышлыҡ берләштерә. Ә эш барышында әңгәмә ҡороп, улдарының күп төрлө теләк - һорауҙарына яуап биргән, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан ихтирамлы атай һәм рухлы, тәртипле улдар өсөн был бик ҡәҙерле минуттар. Киләсәктәге ныҡлы мөнәсәбәттәргә тап ошо үҫмер саҡта нигеҙ һалыныуын бик яҡшы аңлай атай кеше. Балалары өсөн йән атып торған Зөлфиә Зәкиулла ҡыҙы һәм Булат Фәрит улы өсөн уларҙың аҡыллы, уҡымышлы, тәүфиҡлы, һау - сәләмәт булып буй еткереүе бик мөһим. Тарихи исемдәр йөрөткән малайҙарҙың икәүһе лә ҡаланың А.Першин исемендәге 4-се мәктәптә белем ала. Авиамоделләштереү, еңел атлетика, теннис менән шөғөлләнгән Урал 8- лә диңгеҙ пехотаһы йүнәлешендәге кадет класында уҡыһа, ә һүрәт төшөрөргә әүәҫ, бокска йөрөгән Салауаттары 2-се класҡа уҡырға барған. Иренә яратҡан ҡатын, улдарына хәстәрлекле әсә була белгән Зөлфиә Зәкиулла ҡыҙының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Баҡсаһы ҡаралған, өҫтәле тулы һый - ниғмәт, донъяһы көтөлгән, ире, балалары ҡаралған. Әсәһенә, ҡәйнәһенә, туғандарына ла иғтибары етерлек уның. Аралашып, хәл - әхүәл белешеп йәшәй улар. Эшләгән урыны - ҡаланың 1- се балалар баҡсаһында Зөлфиә Зәкиулла ҡыҙын балаларға иғтибарлы тәрбиәсе, хеҙмәттәштәренә яҡшы иптәш итеп беләләр. Юғары белемле, мәғариф өлкәһендә 16 йыллыҡ эш тәжрибәһе туплаған белгес үҙе һайлаған һөнәргә тоғро ҡала, уны яратып үтәй. "Автомир" магазинына мөрәжәғәт иткән автоһөйөүселәр ҙә Зөлфиәнең хәләле Булат Фәрит улына үҙ эшен яҡшы белгән белгес итеп мөрәжәғәт итәләр. Ул стажлы водитель булараҡ, һатып алыусыларҙың күп һорауҙарына дөрөҫ мәғлүмәт бирә белеүе менән хөрмәтле.2004 йылда өйләнешкән йәштәрҙе Нуриман районының Иҫке Бүрес ауылы бәйләй. Зөлфиә ошо ауылда тыуып үҫһә, ә Булаттың ғаиләһе бында күсеп килгән. Тормошта бер нәмә лә бушҡа булмай. Зөлфиәнең буласаҡ ҡәйнәһе Шәүрә Айытбай ҡыҙы уның класс етәксеһе лә, химия, биология фәндәренән уҡытыусыһы ла булған. Тап шул үткән йыраҡ йылдарҙа буласаҡ киленем Зөлфиә булыр тип Шәүрә апайҙың башына бер уй ҙа кермәгәндер әле. Бөгөн улар әсәле - ҡыҙлы кеүек уртаҡ тел табып, бер - береһен хәстәрләп йәшәй.
Хәләл көсө менән тир түгеп, тырышып эшләгән Йыһановтар һәр иртә яңы тыуған көнгә ҡыуанып, бәләкәй генә ваҡиғаларға шатланып, бер - береһен ҡәҙерләй, ҡурсалай белә. Улар алға, яңылыҡҡа ынтыла, республикабыҙ буйлап сәйәхәт итә, улдарында тыуған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Ошонан йәм, тәм табып йәшәгән Йыһановтар тормошто матур төҫтәрҙә күрә, тоя белеүе менән бик бәхетле.