Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 12:51

Ветеран уҡытыусының исеме мәңгеләштерелде

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм 1 сентябрь - Белем көнөндә Благовещен ҡалаһындағы А.Я.Першин исемендәге 4- се мәктәптә иҫтәлекле сара үтте

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм 1 сентябрь - Белем көнөндә Благовещен ҡалаһындағы А.Я.Першин исемендәге 4- се мәктәптә иҫтәлекле сара үтте.Райондың почетлы гражданы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР- ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы отличнигы, ғүмере буйы тыуған яҡ тарихын өйрәнгән яҡташыбыҙ, хөрмәтле Владимир Исаакович Урамов иҫтәлегенә үҙе үк етәкселек иткән мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылды. Был мөһим сараға йыйылғандар Владимир Исааковичты иҫләп, уның тураһындағы иҫтәлек - хәтирәләре менән бүлеште. Туғандары, рәхмәтле уҡыусылары, бағымсылар таҡтаташ ҡуйыу буйынса эштәрҙе ойоштороп, уҡытыусы - ветерандың исемен мәңгеләштереүгә булышлыҡ итте.
Читайте нас: