Өфө районының Шамонин дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында райондың барса белем учреждениеларындағы балаларҙы юл - транспорт йәрәхәтенән профилактикалау буйынса үҙәк асылды.Балалар һәм үҫмерҙәр араһында юлдағы авариялар һанын әҙәйтеүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй программаһына ярашлы асылған үҙәк республикала икенсе булып тормошҡа ашырылды. "Хәүефһеҙлек лабораторияһы" тигән мобиль автомайҙансыҡҡа балаларҙы сағыу һары төҫтәге автобустарҙа йөрөтөү ҡаралған. 5 йәштән башлап бында уҡыясаҡ балалар, үткән дәрестәрҙә юлдағы хәүефһеҙлеккә, үҙаллылыҡҡа, тәртипкә, юл ҡағиҙәләренә ныҡлы иғтибар итәсәк. Шат йөҙлө малай - ҡыҙҙарҙың иғтибарын йәлеп итерҙәй бар шарттарҙа булдырылған был заманса үҙәктә.