Шағирә Фәниә Харисова тыуған республикаһы - Башҡортостанды, тыуған ере - Благовещен районының Илек ауылын 30 йылдан артыҡ төйәк иткән Нефтеюганск ҡалаһынан һағынып ҡайта. Нисек кенә булмаһын, ошонда тыуып - үҫеп, оло тормош юлына ҡанаттарын нығытып, күңеленә моң алған ғәзиз ер бит әле ул. Тыуған ауылынан меңәрләгән саҡрымдар йыраҡлығында йәшәһә лә, таныш урам, сәскәле болон - ҡырҙар аша йыш үтә Фәниә ханым. Форсаты сыҡҡан һайын тыуған ерҙәргә юл ала ул. Бына быйылғы йәйҙә лә Фәниә Харисова туған - тыумасаһын күреп, ауылдаштары, класташтары менән кинәнеп аралашты. Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына килеп, үҙенең сираттағы ижад емеше - "Тыуған яғым - йәшел бишегем" тигән тарихи романын яҡташтарына бүләк итеп китте. "Югра - многоликая" тигән 42 автор әҫәрҙәренән торған тупланма ла музейға тапшырылды. Йыраҡ Себер тарафтарының ижадсылары араһында беҙҙең яҡташ шағирәнең әҫәрҙәре урын алыуы күңелдә ғорурлыҡ тойғоларын уятты.Рәсәй Яҙыусылар союзының Югра региональ бүлеге ағзаһы, күп һанлы китаптар, йырҙар авторы, рус теленән татарсаға тәржемәсе булған Фәниә Фәйзи ҡыҙы Харисованың исеме, үҙе йәшәгән күп милләтле ҡалала киң билдәле. Күңел түренән халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләгән, кешеләргә ижади емештәрен бүләк иткән, үткән һәр йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған апайыбыҙҙы сит - ят ерҙәрҙә лә яраталар, хөрмәт итәләр. Быны ул үҙенең хәләл көсө, тырышлығы, уңғанлығы менән генә яулай алған.