Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:56

«Транснефть – Урал» АЙ өсөн һыу биоресурстарын тергеҙеү тәбиғәтте һаҡлау сараларының тупланмаһы булып тора

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы һыу ятҡылыҡтарына уҡбалыҡ ыуылдырыҡтарын (селбәрәһен) ебәрҙе.

Ошо көндәрҙә «Транснефть – Урал» АЙ Башҡортостан Республикаһының һыу ятҡылығына – Ағиҙел йылғаһына һәм Бөрө ҡалаһы ситендәге уның ҡушылдыҡтарына, шулай уҡ Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағысына 220 меңдән ашыу уҡбалыҡ ыуылдырыҡтарын (селбәрәһен) ебәрҙе.
Ыуылдырыҡтар (Селбәрәләр) балыҡ йәшәй алырлыҡ шарттары булған контейнерҙарҙа махсус транспорт ярҙамында Пермь крайында урынлашҡан балыҡ үрсетеү үҙәгенән килтерелде. Бәләкәй балыҡтың уртаса ауырлығы – 3 грамм. Сығышы менән Каманан булған уҡбалыҡ файҙаланылды, балыҡтың был төрө төбәктең һыу объекттары өсөн тәбиғи популяция булып тора. Селбәрәне сығарыу процедураһын экологик хәүефһеҙлек бүлеге белгестәре, «Транснефть – Урал» АЙ рациональ тәбиғәттән файҙаланыу дәүләт контроле бүлеге, Башҡортостан Республикаһы буйынса биологик һыу ресурстары күҙәтеү һағы, балыҡ тотоу буйынса Федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығы вәкилдәре контролдә тотто. Белгестәр селбәрәләрҙе һыуға ебәрер алдынан уларҙың яҡшы хәл-торошон һәм уларға шарттар булдырыуҙа тейешле талаптарҙың үтәлешен раҫланы. Яһалма биологик һыу ресурстарын яңынан тергеҙеү буйынса экологик компенсация сараһы 2019-2021 йылдар осоронда «Транснефть» ПАЙ объекттары булған урындарҙа биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса корпоратив программа сиктәрендә үтте. «Транснефть – Урал» АЙ өсөн һыу биоресурстарын тергеҙеү тәбиғәтте һаҡлау сараларының тупланмаһы булып тора.
Элегерәк, 2020 йылдың авгусының тәүге яртыһында предприятие уҡбалыҡ селбәрәһен Төмән өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына (199 мең себәрә) һәм Һамар өлкәһе территорияһындағы Һарытау һыуһаҡлағысына (16,6 мең селбәрә) ебәргәйне.
Подготовила Р.САФИНА.
Читайте нас: