Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 19:47

Иҫтәлекле урындар тәртипкә килтерелде

Иглиндар акцияла ҡатнашты

Бөтә Рәсәй “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәтенең Иглин бүлексәһе етәксеһе Альберт Иплаев, «Беҙҙең киләсәк» ирекмәндәр үҙәге башлығы Ольга Пономаренко, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты секретары Ирина Сергеева иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү көнө үткәрҙе.
Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75-йыллығына һәм һәм Хәтер һәм дан йылына бағышланған «Бер кем дә онотолмай» акцияһында ҡатнашты. Сара сиктәрендә ерләү урындары сүп-сарҙан таҙартылды, ҡоро ботаҡтар һәм япраҡтар йыйып түгелде. Шуны ла әйтергә кәрәк, был урын «Алпамыша» йәш үҫмерҙәр спорт клубы ағҙалары яҡлауы аҫтында. Фото “Йәш армия” төркөмөнән.
Читайте нас: