Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 11:00

“ТРАНСНЕФТЬ – УРАЛ” АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕНДӘ ИҢ ЯҠШЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕ

Предприятиеның өс хеҙмәткәре илдең йылылыҡ-энергетика комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Энергетика министрлығының “Почетлы нефтсе” исеменә лайыҡ булды

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ведомство һәм корпоратив наградалары алды.
Наградаларҙы “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Роман Ковалев тапшырҙы.
Предприятиеның өс хеҙмәткәре илдең йылылыҡ-энергетика комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Энергетика министрлығының “Почетлы нефтсе” исеменә лайыҡ булды. Тағы ете кеше Энергетика министрлығының Рәхмәт хатын алды.
Илле өс хеҙмәткәр – “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте грамотаһы, 93 кеше предприятиеның Рәхмәт хаты менән билдәләнде. 21 хеҙмәткәр “Транснефть” системаһы ветераны” исеменә эйә булды – уларҙың һәр ҡайһыһы, юғары үрҙәргә ирешеп, яратҡан һөнәренә 20 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.
“Тармаҡ ветерандары һалған изге традицияларҙы дауам итеүегеҙ, коллектив эшмәкәрлегенә яҡшы һөҙөмтәләр килтереү хаҡына тырышлығығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Былар барыһы ла предприятие, төбәк һәм бөтөн ил мәнфәғәтенә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеүгә нигеҙ булып тора,” – тине Роман Ковалев.
Бынан тыш, коллективтың ун ағзаһының фотоһүрәте “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең Почет таҡтаһына ҡуйылған. Тағы илле хеҙмәткәрҙең фотопортреты Башҡортостан, Силәбе һәм Курған өлкәләре филиалдарындағы Почет таҡталарында тора.
Сарала коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса санитар-эпидемиологик талаптар үтәлде. “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте филиалы хеҙмәткәрҙәренә наградалар уларҙың эш урындарында уҙғарылған тантаналы йыйылыштарҙа тапшырылды.
Читайте нас: