Үткән аҙнала Төлкөтамаҡ ауылында район хакимиәте башлығы Николай Самойленко ҡатнашлығында граждандар сходы үтте.
Бында Орловка ауылы халҡы туҡталыш павильоны ҡуйыуҙы һораны. Быға тиклем дүрт уҡыусы бала мәктәп автобусын асыҡ һауала көтөргә мәжбүр була. Ауыл советы хеҙмәткәрҙәре район мәғариф бүлеге менән берлектә Орловка ауылында профнастилдан туҡталыш павильоны төҙөп ҡуйҙы.
Фото район хакимиәте төркөмөнән.