Ауылдың иң әүҙемдәре ата -бабалар мираҫы булған милли кейемдә "Сәләм" мәсетенә йомаға йыйылды.Өлкәндәр генә түгел,йәштәрҙең дә күркәм сараларҙа ҡатнашыуы күңелдәргә шатлыҡ бирә. Милли кейемдәребеҙҙә халҡыбыҙҙың көнкүреше лә асыҡ сағыла,рухи,матди байлығы ла ярылып ята.