Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 11:41

Милләттәрҙе бергә туплаған Нуриман

Нуриман районының һәүәҫкәр артистары үҙҙәренең матур, йөкмәткеле сығыштары, яулаған еңеүҙәре менән районда ғына түгел, хатта республикала ла күптән киң билдәле

Нуриман районының һәүәҫкәр артистары үҙҙәренең матур, йөкмәткеле сығыштары, яулаған еңеүҙәре менән районда ғына түгел, хатта республикала ла күптән киң билдәле.Юғарыла телгә алынған уңыштарҙың барыһы ла, байтаҡ йылдар райондың мәҙәниәт бүлеген етәкләгән Линиза Хәлилова етәкселегендә яулана килә. Тырыш, тәүәккәл, кешелекле Линиза Шаһбал ҡыҙы районда йәшәгән башҡорт, рус, татар, мари милләттәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереүгә лә, улар күпләп йәшәгән ауылдарҙағы клубтарҙың матди - техник базаһын нығытыуға ла күп көс һала. Район күптән көткән автоклублы ла, сәхнә кейемле лә булды. Яҡшы шарттарҙа эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәйефе көр булғас, улар үткәргән һәр сара сифатлы, йөкмәткеле итеп ойошторола, рухи аҙыҡҡа, моңға һыуһағандар уларға теләп йөрөй, унда йәше лә, ҡарты ла үҙенең һәләтен аса. Республика тарафынан ойошторолған һәр сараға ла нуримандар әүҙем ҡушыла. Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөндә лә улар икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Һәр милләтте берләштергән, туплаған был сара үткән көндәрҙә - 10-11 сентябрҙә нуримандар онлайн оҫталыҡ дәрестәре аша сабата үреү, милли биҙәүестәр яһау серҙәренә төшөнә, төрлө флешмоб, милли кейем күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Теләгәндәр милли кейемдә төшкән фотоһүрәттәрен социаль селтәрҙәргә ҡуя. Милли кейем көнөндә үткән барса саралар төрлө милләтле Нуриман халҡын бергә туплай, ә хөрмәтле мәҙәниәт әһелдәре башҡарған эштәр кәйефте күтәрә, күңелдәргә осҡон сәсә.
Читайте нас: