Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 18:17

Милли кейем фестивале.

Милли кейем- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,ижади ҡеүәһен күрһәтҡән дәлил

Бөгөн Шишмәлә милли кейем фестивале үтте. Милли кейем- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,ижади ҡеүәһен күрһәтҡән дәлил.
Милли кейемдәребеҙ халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы,ата- бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡы. Күп милләтле республикабыҙ кеүек районыбыҙ ҙа күп милләтле,бөгөн улар ҡулға-ҡул тотоноп дуҫ йәшәй,бер милләттең байрамы бөтәһе өсөн дә байрам -ҙур шатлыҡ.Ҡара Яҡуптың башҡорт фольклор ансамбле "Гөлнәзирә', Шөнгәк күлдән урыҫ фольклор ансамбле "Рябинушка', Янғалыштан мордва фольклор ансамбле "Умарина',татар фольклор ансамбле "Әхирәттәр'-Сәфәрҙән,украин фольклор ансамбле "Червона калына'Сәнжарҙан,"Сударушка' Игнатовканан, "Марусенька' Әлка ҡасабаһынан үҙҙәренең сығышы менән фестивалгә йәм өҫтәнеләр.Һәр ансамбль үҙенең милли кейемендә сығыш яһаны.Сағыу төҫтәге күлдәктәр,тәңкәләр сыңлауы аҫтында үтте был матур байрам.Балалар бейеү ансамбле "Задоринки' байрамдың уртаһында булды.Рәфис Мөстәхетдиновтың ҡурай моңо ,Айгөл Ғәзиеваның моңло тауышы фестивалдең бәҫен тағы ла күтәрә төштө.
Читайте нас: