Йәйәүлеләр юлының дөйөм оҙонлоғо - 1,4 км, киңлеге - 3 м. Бордюрҙар ҡуйылып бөтөү менән, подрядсы асфальт түшәүгә тотонасаҡ. Юл ике зонаға бүленгән - йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн. Аллеяла шулай уҡ эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ һәм ағастар ултыртыласаҡ. "Уфанет" компанияһы видеокүҙәтеү камералары ҡуясаҡ. Эштәрҙе 30 сентябргә тамамлау планлаштырыла.