Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 15:23

Батырҙар йәшәй күңелдә

19 йәшлек Артур Килдийәров иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды.

Өфө районының "Боевое братство" йәмәғәт ойошмаһы һәм ветерандар комитеты инициативаһы менән Миловка ауылы егете, Чечен Республикаһында барған һуғышта һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ - 19 йәшлек Артур Килдийәров иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды. 2000 йылда ғүмере өҙөлгән Артур Григорьевич тураһында әсәһе Римма Таһир ҡыҙы, туғандары, класташтары, яуҙаштары яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Улар форсаттан файҙаланып, Артур Килдийәров йәшәгән йортҡа ҡуйылған мемориал таҡтаташ өсөн рәхмәттәрен дә белдерҙе.Ғөмүмән, район етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары Өфө районында йәшәгән, Афған, Чечня һуғыштарында башын һалған 13 егеттең ғаиләһен үҙенең иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Июнь айында Дорогин ауылында ла батыр егет Сергей Юмуков иҫтәлегенә арнап мемориал таҡтаташ асылды. Чечен Республикаһында һәләк булған Сергейҙың исеме яҡташтары күңелендә йәшәй.Бына шулай, район халҡы үҙенең ҡаһарман, оло йөрәкле егеттәрен онотмай, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән, үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре араһында патриотик йүнәлештә төрлө саралар ойоштора.
Читайте нас: