Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 14:56

Комбинатҡа - сифатлы тауар

Завод етәкселеге Магнитогорск металлургия комбинаты менән дә күптән хеҙмәттәшлек итә

Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте етештергән продукция Рәсәй предприятиеларында ҙур һорау менән ҡулланыла.Завод етәкселеге Магнитогорск металлургия комбинаты менән дә күптән хеҙмәттәшлек итә. Күптән түгел Благовещен арматура заводы комбинаттың "Иң яҡшы тәьмин итеүсе - 2019" дипломына лайыҡ булды.Торба үткәргес арматура изделиеларының киң номенклатураһы менән тәьмин иткән заводтың юғары сифатлы продукцияһы "Энергетик ҡорамалдары" номинацияһында билдәләнде. Тантаналы сарала ике ойошма вәкилдәре араһындағы профессиональ хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәренең мөһимлеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Читайте нас: