Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 15:26

Сәләмәтлегең үҙ ҡулыңда

"Һаулығың - байлығың" тигәндәй, үҙеңде хәстәрләп, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итһәң, һау - сәләмәт, оҙон ғүмерле булырһың.

"Сәләмәт республика - сәләмәт регион" акцияһы сиктәрендә республиканан 6 автопоезд 6 ҡала - райондар халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән 24 августан 10 ноябргә тиклем юлға сыҡты.Өфө районының Булгаков, Миловка, Дмитриевка ауылдарында йәшәүсе халыҡты табип бригадалары ҡабул итте. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының диагностик комплексында, кардиомобиль, стоматологик модулдәрҙә уларға беренсе ярҙам күрһәтелеп, кәңәштәр бирелеп, күптәренең йөрәк, ҡан - тамыр, онкологик сирҙәре иртә стадияларҙа асыҡланды. Теләгәндәр флюрография, маммография ла үтте."Һаулығың - байлығың" тигәндәй, үҙеңде хәстәрләп, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итһәң, һау - сәләмәт, оҙон ғүмерле булырһың.
Читайте нас: