Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 17:38

Благовещен районында «Нур» мәсете асылды

Тәжрибәле төҙөүсе ҡулы менән һалынған бина ныҡлы нигеҙҙә тора һәм ул олоһон-кесеһен иманға саҡырып, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип көтөлә

Ауылға – нур. Ике йөҙгә яҡын халыҡ йәшәгән төпкөл ауылда иман йорто сафҡа инеүе оло ваҡиға. 6 йыл дауам иткән төҙөлөшкә һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙған. Ауыл халҡының шатлығын БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова уртаҡлашты.
Ауылдаштарын һәм яҡташтарын иманға саҡырыусы имам-хатип Фәрил Мөрсәлов артынан изге ғәмәлдәр башҡарыр һәм доға ҡылыр өсөн лайыҡлы дауамы бар. Биш йәшлек ейәнсәре Ҡөръән -Кәрим доғаларын ятҡа һөйләй. Иманлы-диндар нәҫел үҙе артынан хаҡ юлға тоташ ауылдаштарын һәм яҡташтарын баҫтыра алған. Яҙмыш ҡуйған ауырлыҡтарҙы ла ошо Фәрил Мөрсәлов намаҙға баҫып, изге Ҡөръән доғаларына таянып еңеп сыҡҡан.
Хәләле Зәйтүнә Мөрсәлова ла Фәрил Ғәлийән улының дингә килеүен ихлас ҡабул иткән. Тормош иптәшенең һәр башланғысын хуплай, төплө кәңәштәр бирә, һынмаҫ ҡанаттар ҡуя. Ун йыл элек Биштингә күсеп ҡайтыу тәҡдименә лә ҡаршы килмәй.
«Нур» мәсете ошоға тиклем эшләп килгән иман йорто урамында һалынған. Алты йылдан һуң мәсет асыу тантанаһында төҙөлөш эштәрендә ихлас ярҙам ҡулы һуҙған ир-егеттәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Яңы нигеҙҙә мәсет үҙ тәғәйенләнешен үтәп, халыҡты иманға, тәүфиҡҡа өндәп, изге ғәмәлдәргә берләштерер,тип ышана ауыл ағинәйҙәре.
Бөгөн асылған иман йортонда халыҡ тәүге мәсет намаҙына йыйылды. Ауыл ҡарттары һәм диндарҙар намаҙҙы социаль дистанция һаҡлап уҡыны. Артабан да иман йортонан халыҡ өҙөлмәҫ, бала тыуғанда, никах уҡығанда һәм һуңғы юлға оҙатҡанда ул рухи мәккә бурысын үтәр тип көтөлә.
«Нур» мәсетенең һәр бер кирбесе ауылдаштар, яҡташтар ярҙамы менән күтәрелгән. Иман йорто бинаһының эске һәм тышҡы биҙәлеше төҙөүсе һәм имам-хатип Фәрил Мөрсәлов проекты менән тормошҡа ашырылған. Тәжрибәле төҙөүсе ҡулы менән һалынған бина ныҡлы нигеҙҙә тора һәм ул олоһон-кесеһен иманға саҡырып, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип көтөлә.
Читайте нас: