Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 19:23

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте нефть резервуарын файҙаланыуға тапшырҙы

Яңы техник ҡорамалдар менән йыһазландырыу барышында һауыттың стенаһы өлөшләтә алмаштырылды – дөйөм 46,3 тонналыҡ ауырлыҡтағы металл конструкциялар ҡуйылды

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Благовар районындағы “Языково” линия производство-диспетчер станцияһындағы (ЛПДС) 5 мең куб. метр һыйҙырышлы нефть һаҡлау резервуарын яңы техник ҡорамал менән йыһазландырғандан һуң файҙаланыуға бирҙе.Яңы техник ҡорамалдар менән йыһазландырыу барышында һауыттың стенаһы өлөшләтә алмаштырылды – дөйөм 46,3 тонналыҡ ауырлыҡтағы металл конструкциялар ҡуйылды. Резервуарҙың металл конструкцияларының дөйөм ауырлығы 120 тонна, уның бейеклеге – яҡынса 15 метр, диаметры 21 метрҙан ашыу тәшкил итә. Алмаштырылған металл конструкцияларының эске һәм тышҡы яғындағы 3,2 мең кв. метрҙан ашыу дөйөм майҙаны тутҡа ҡаршы эшкәртелде. Күсереү үҙәгенән резервуарға тиклемге участкалағы технологик үткәргес торбалары тулыһынса яңыртылды.Резервуарҙың тирә-яғындағы һаҡлағыс ҡоролмаһы йүнәтелде – 2 метрға тиклем бейеклектә, өҫтән – 0,5 метр, нигеҙҙән 3,5 метрға өйөм эшләнде. Уға георәшәткәләр ҡуйып, ваҡ таш тултырылып нығытылды.Бөгөн “Языково” ЛПДС-ның резервуар паркында 5 мең куб. метр һыйҙырышлы тағы бер вертикаль урынлашҡан ҡорос резервуарҙы реконструкциялау эштәре бара.Эштәр яңы техник ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм реконструкция программаһына ярашлы башҡарылды. Маҡсат – үткәргес торба инфраструктураһы объекттарының ышаныслы һәм хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеү.
Читайте нас: