Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 19:29

Президент медицина үҙәктәрен асыуҙа ҡатнашты

Улар Оборона министрлығы көсө менән төҙөлгән

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында Псковта һәм Бөйөк Лукиҙағы ике яңы күп функциялы медицина үҙәктәрен асыу тантанаһында ҡатнашты. Улар Оборона министрлығы көсө менән төҙөлгән.
Видеоконференция барышында Оборона министры Сергей Шойгу ла Ҡыҙылда медицина үҙәгенең төҙөлөш барышы хаҡында еткерҙе.— Бөгөн беҙҙә яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға бәйле аныҡ сара. Тап ошо 15 сентябрь көндө беҙҙең илдә санитар-эпидемиология хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә 98 йыл тула. Ул 1922 йылда булдырылып, шунда уҡ илдәге һаулыҡ һаҡлау системаһының мөһим бер өлөшөнә әйләнә. Беҙ Тыуған илебеҙҙең санитар-эпидемиология мәктәбенең башында торған Эрисман, Семашко, Сысин исемдәре һәм башҡа күп ғалимдар, табиптар менән ғорурлана алабыҙ, — тип белдерҙе ил етәксеһе үҙ сығышында.
Читайте нас: