Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 12:30

"Газпром" компанияһы башлығы менән осрашты

Владимир Путин "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек, төбәктәрҙә газ үткәреү мәсьәләләре һәм "Себер көсө — 2" проекты буйынса фекер алыштылар

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән эш осрашыуын уҙғарҙы. Бында көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек, төбәктәрҙә газ үткәреү мәсьәләләре һәм "Себер көсө — 2" проекты буйынса фекер алыштылар.
— Әлеге көндә Рәсәй Федерацияһының 76 субъектын газ менән тәьмин итеү, газ үткәреү буйынса биш йыллыҡ программаларға әҙерлекте һәм ҡул ҡуйыуҙы тамамлайбыҙ. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, алдағы биш йылда — 2025 йылда Рәсәйҙең тағы ла 25 субъектында тулыһынса газ үткәреү тамамланасаҡ, — тип белдерҙе Алексей Миллер.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: