Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 20:00

Нефть үткәреүселәр халыҡ-ара күргәҙмәлә яңы ҡорамал күрһәтте

“Газ.Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе – республика өсөн дә, яғыулыҡ-энергитика комплексы өсөн дә ҙур ваҡиға.

“Газ.Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе – республика өсөн дә, яғыулыҡ-энергитика комплексы өсөн дә ҙур ваҡиға. Ул быйыл егерме һигеҙенсе йыл үтә һәм һәр йыл һайын ҡыҙыҡлыраҡ һәм әһәмиәтлерәк була бара. Тармаҡтың тәжрибәле белгестәрен һәм амбициялы йәштәрен бергә йыйырға быйыл пандемия ла ҡамасаулай алманы: сараны үткәреү ваҡытын күсерҙеләр, ләкин уны үткәреүҙән баш тартманылар.
Заманса ҡорамалдар, алдынғы алымдар, ҡыҙыҡлы асыштар – һәр ҡатнашыусы күргәҙмәлә иң-иңен күрһәтергә тырыша. “Транснефть” компанияһының иң эре бүлекдек предприятиеһы “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте стендында бер юлы дүрт яңылыҡ тәҡдим ителде. Улар тураһында баш инженер Данир Әхмәров күргәҙмәнең тәүге ҡунаҡтарының береһе, республика Башлығы Радий Хәбировҡа һөйләне. Ысынлап та, ҡарарлыҡ әйберҙәр күп ине. Бына, мәҫәлән, 8 мең киловаттлы шартлауҙан һаҡланған электр двигателе, вертикалле таяу насосы – импортты алмаштырыу өлкәһендәге эш һөҙөмтәләре, ул эштәрҙе “Транснефть” Рәсәй сәнәғәте өсөн өҫтөнлөклө тип әйтер алдынан уҡ башланы. Был насостар һәм электр двигателдәре Силәбеләге ике заводта етештерелә. Был ҡорамалдар илдәге иң яҡшы стандарттарға тап килә һәм үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Мәҫәлән, электр двигателе юғары ышаныслылыҡҡа һәм энергоэффективлыҡҡа эйә, ул ярты быуат хеҙмәт итәсәк. Насосты киң ҡулланырға була: уны магистраль насостар алдына терәү булараҡ, нефь һәм нефть продукттарын тултырыу, резервуар парктар эсендә ҡыуыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
- Төп фондтарҙы яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда Башҡортостан Республикаһында ғына сәнәғәт ҡеүәтен модернизациялауға 27 миллиард һум йүнәлтелде, - тип билдәләне “Транснефь-Урал” акционерҙар йәмғиәте баш инженеры Данир Әхмәров. – Күргәҙмәлә импортты алмаштырыу сиктәрендә етештерелгән насос һәм электр двигателдәре, шулай уҡ донъяла аналогтары булмаған уникаль ҡоролма күрһәтелгән. Иң мөһиме, был ҡорамалдар Рәсәйҙә “Транснефть” майҙансыҡтарында етештерелә. Уникаль ҡорамал – шахтлы типтағы герметик камера. Ул 300-ҙән 1200 мм-ға тиклем диаметрлы 25 метрға тиклем аҫта урынлашҡан ер аҫты торба үткәргестәрен ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән. Магнит-ультратауышлы дефектоскоптың да баҙарҙа аналогтары юҡ: уның ярҙамында торба үткәргескә магнит, ультратауышлы диагностика үткәрергә була. Дефектоскоп буйҙан-буйға сатнаған урындарҙы, иретеп йәбештерелгән ерҙә барлыҡҡа килгән ярыҡтарҙы, металл юғалтыуҙы табырға ярҙам итә. Торба эсендә инспекция үткәреү өсөн бик күп приборҙар Подмосковьела эшләнә. Бөгөн ундай ҡорамал магистраль торба үткәргесте контролдә тотоу өсөн Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә, шулай уҡ сит ил торба үткәргестәрҙә ҡулланыла.
Әлбиттә, “Транснефь-Урал” стендында башҡа йүнәлештәр буйынса эш барышы тураһында күрергә була ине. 2020 йыл “Транснефт” һәм уның ойошмаларында сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм контроле йүнәлештәре буйынса үтә, күргәҙмәлә ошо йүнәлештәр буйынса ла эштәр ҡуйылды.
Читайте нас: