Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 11:07

Хеҙмәтенән йәм тапҡан Фәйрүзә

Бар күңелен, йөрәген һалып халҡына тоғро хеҙмәт итә ул

Тормошта кемде генә осратмайһың да, кем менән генә аралашмайһың. Кешеләрҙең дә төрлөһө осрап ҡуя. Араларында бер үк нәмәгә төрлө ҡарашлыһына ла, төрлө фекерлеһенә лә тап булаһың. Берәүҙәрҙе тиҙ генә онотаһың, ә кем менәндер йылдар буйы аралашып, һағынышып ҡына осрашып күрешкәндән, кинәнес алаһың, һөйләшеп туя алмайһың. Бына шулай хәл белешеп, кәрәк саҡта кәңәшен әйтеп, ярҙамын күрһәткән оло йөрәкле Фәйрүзә Воронкова хаҡында артабанғы һүҙем.Алтын көҙҙөң беренсе айы - сентябрҙә үҙенең 60 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Фәйрүзә Фәнил ҡыҙын ҡотлаусылар бик күп булды. Мул табын артына йыйылған яратҡан балалары, ейәндәре, уны хөрмәтләгән ауылдаштары, башҡарған эшенә рәхмәтле хеҙмәттәштәре, моңға ғашиҡ яҡташтары юбилярға тик изге теләктәрен юлланы. Ғүмере буйы Благовещен районының Иҙәк ауыл мәҙәниәт йортон етәкләп, артабан мәҙәни эштәрҙе ойоштороусы булып көс түккән, йыр - бейеүгә, ижадҡа олоһон да, кесеһен дә берҙәй йәлеп иткән, күп милләтле ауылдың башҡорт, татар, рус, мари милләттәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереүгә ҙур өлөш тә индергән кеше әле ул. Иҙәктәге мәҙәниәт йорто һәр саҡ үҙенең күркәмлеге, бөхтәлеге, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының йәнле сығышы менән башҡаларҙан айырылып тора. Район кимәлендә үткәрелгән бер сара ла уларҙан башҡа үтмәй. Һабантуй, район - ҡала фестиваль - конкурстарының уртаһында иҙәктәр ҡайнап йәшәй. Көндәлек тормошта ла, йортонда ла Фәйрүзә Воронкова шәп кеше, өлгөр хужабикә. Ауыл Советы депутаты, йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булараҡ күп эштәрҙе башлап йөрөүсе лә, һайлаусыларына ихлас күңелдән ярҙам итеүсе лә ул. Иренә, балаларына, ейәндәренә оло терәк, ярҙамсы, кәңәшсе булған, кәрәк саҡта кәңәшен, яҡшы һүҙен тапҡан апайыбыҙ иртә яҙҙан теплицаһына йәшелсә ултыртып, уларҙың үрсетмәләрен халыҡҡа һата, малын, ҡош - ҡортон да аҫрай. Башҡарған эшен дә бик ярата Фәйрүзә Воронкова. Мәҙәниәт йортоноң ишеген асып инеү менән, бар арыуҙарын онотоп, моң донъяһына сума ул. Бар күңелен, йөрәген һалып халҡына тоғро хеҙмәт итә. Хоҙай тарафынан бирелгән ойоштороу һәләтеңде, моңло тауышыңды юғалтмай, матур тормош юлыңда осратҡан, һине яратҡан яҡын кешеләрең менән бергә йәшә лә, йәшә әле, Фәйрүзә апай. Алдағы көндәрҙә лә эсәр һыуҙарың мул, ашар ризыҡтарың киң, ғүмерең оҙон, бәхетле булһын. Юбилейың менән!
Читайте нас: