"Эшләйбеҙ2020" экологик акцияһы сиктәрендә һәр ауыл биләмәһендәге ойошма - учреждениеһы коллективтары ағзалары, ауыл халҡы урамдарҙы сүп - сарҙан таҙартты, кипкән үләндәрҙе сабып, ҡороған ағастарҙың ботаҡтарын киҫте. 2019 йылда Ҡыҙылъяр ауылына боролоп ингән ерҙә "Өмөт" аллеяһына ултыртылған 300 ағастың торошо тикшерелеп, уларҙың ҡороғандары таҙартылып, яңы үҫентеләрҙе ултыртырға урын әҙерләнде. 26 сентябрҙә ошо аллеялағы буш урындарға ылыҫлы ағастар ултыртыу планлаштырыла. Ғөмүмән, әйткәндә матур тәбиғәтле Нуриман районы халҡы тыуған тәбиғәтен гел хәстәрләп йәшәй һәм уға ҡағылышлы барса сараларға теләп ҡушыла. Экологик тәрбиә йәһәтенән дә үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре араһында фотоһүрәттәр конкурсы иғлан ителгән.