Йәйғор
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 18:00

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө

«Транснефть-Урал» хеҙмәткәрҙәре «Бөтә донъя таҙалыҡ көнө#Эшләйбеҙ2020» акцияһында ҡатнашты

«Эшләйбеҙ!» Бөтә донъя таҙалыҡ көнө - ирекмәндәр акцияһы һәм уның маҡсаты: йәмғиәтте, дәүләтте, киң мәғлүмәт сараһы һәм бизнесты илде сүптән һәм таҙалыҡты һаҡлау өсөн берләштереү. Йыйыштырыу барышында төп иғтибар тәбиғәт биләмәләренә: урман, ялан, һыу ятҡылыҡтары ярҙарына бирелә, мөмкин булған ерҙәрҙә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу ойошторола.Арлан нефть үткәргес идаралығының 40-тан ашыу хеҙмәткәре филиал идаралығы аппараты бинаһы тирәһендәге, «Ҡалтасы» производство-диспетчер, Кутерем, Саҡмағош, Андреевка пунктарындағы «Андреевка» нефть продукттарын ҡыуҙырыу станцияларының территорияларында экологик өмә уҙғарҙы. 200 килограмдан ашыу сүп-сар, ҡоро үлән һәм ботаҡтарҙы йыйылған.Черкасск һәм Аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Еңеү паркында өмә уҙғара. Зубово ауылында йәшәүселәр, Өфө районы хакимиәте һәм хужалыҡ идаралығы вәкилдәре менән берлектә Өфө - Шишмә юлы ситен, Нижегородка ауылында Дим йылғаһы буйын таҙарта. «Оло-Теләк» ЛПДС хеҙмәткәрҙәре Иглин районының Ауструм ауылының үҙәк майҙанында 30 ағас ултыртыуҙа ҡатнаша, «Кропачево» ЛПДС коллективы ағзалары магистраль нефть торбалары үткәрелгән Сөм йылғаһы буйын йыйыштыра. Ташлы борам районында Ҡариҙела йылғаһы ярҙары ла таҙартыла.Туймазы идаралығы хеҙмәткәрҙәре производство объекттарына, филиалдың административ бинаһына яҡын территорияларҙы йыйыштыра. Идаралыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәре Туймазы ҡалаһындағы Горький урамында сүп-сарҙы йыя, «Собханғол» ЛПДС һәм «Собханғол-ПП» НПС коллективы ағзалары Ағиҙел йылғаһы буйындағы 1,5 км оҙонлоғондағы урманлы биләмәне, ә «Шкапово» НПС хеҙмәткәрҙәре Сухоречка ауылындағы парк территорияһын таҙарта.«Мораҡ» НПС хеҙмәткәрҙәре Мораҡ ауылынан ҡаты ҡалдыҡтар полигонына алып барыусы юл буйындағы сүп-сарҙы йыя, технологик транспорт һәм махсус техника һәм производствоны хеҙмәтләндереү базаһы хеҙмәткәрҙәре Собханғол ауылында Төҙөүселәр урамын тәртипкә килтерә.Өмәләргә «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең Силәбе һәм Курган өлкәләрендәге бүлексәләренең дә тиҫтәләгән хеҙмәткәрҙәре сыға. Экологик акцияла барлығы «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең 250 хеҙмәткәре ҡатнаша, сүп-сарҙы йыйыу һәм алып сығыу өсөн бер нисә техника берәмеге йәлеп ителә. Өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү өсөн шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланды, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәне.
Читайте нас в