Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 11:33

Атом сәнәғәтенә 75 йыл тулды

Атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо тармаҡ вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.

Атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо тармаҡ вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Был хаҡта Kremlin.ru сайты хәбәр итә.
Осрашыу башланыр алдынан дәүләт башлығы Рәсәй федераль йәҙрә үҙәгенең фәнни етәксеһе, фән докторы, академик Георгий Рыковановҡа Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройы исеме бирелеүен белдерҙе. Владимир Путин Атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
- Үҙенең 75 йыллығын әлеге тармаҡ юғары күтәренкелектә, лайыҡлы һөҙөмтәләр, ил өсөн яңы, мөһим ҡаҙаныштар менән ҡаршылай, - тип белдерҙе ул ҡотлау телмәрендә.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: