Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 15:43

Дарыу үләндәре Нуриманда үҫер

Уңышлы тип танылған был бизнес проект район етәкселеген бик ҡыҙыҡһындырҙы.

Нуриман район хакимиәтендә аҙнаһына бер тапҡыр уҙғарылған "Эшҡыуар сәғәте" нә күптәр район етәкселегенән матди ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итә.Әле күптән түгел комиссия ағзаларына райондың Ҡыҙыл Шишмә ауылынан үҙенең ҡыҙыҡлы бизнес проекты менән билдәле үлән йыйыусы эшҡыуар мөрәжәғәт итте. 3 гектар ерҙә фермерҙар менән берлектә ултыртылып, үҫтереләсәк дарыу үләндәре тураһында һөйләгән эшҡыуар яңы эш урындары булдырылыуы, ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерәсәге тураһында ла һөйләне. Уңышлы тип танылған был бизнес проект район етәкселеген бик ҡыҙыҡһындырҙы.
Мәғлүмәт Нуриман район хакимиәте башлығы төркөмөнән алынды.
Фото alldiseas.ru
Читайте нас: