Осрашыу барышында фәнни-техник дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, коронавирусҡа ҡаршы академияның эше хаҡында фекер алыштылар.— Ысынлап та, беҙ Рәсәй Фәндәр академияһы ҡанунына ярашлы йыл һайын фәнни-техник дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, Рәсәй ғалимдары тарафынан алынған мөһим ҡаҙаныштар буйынса доклад әҙерләйбеҙ. Һеҙ ҡарай алһын өсөн йыйынтыҡ ҙа әҙерләнек, — тине Александр Сергеев.