Благовещен районының Ахлыстин ауылындағы Шоссейная урамына таш түшәлә."Беҙҙең ауыл" муниципаль конкурста ҡатнашырға хәл иткән ауылдаштар, бағымсылар проект аҡсаһына үҙенең 150 мең һум аҡсаһын ҡушып, урамдағы юлды төҙөүгә үҙенең өлөшөн индерҙе. "Ил төкөрһә - күл була" тип халыҡ белеп әйткән, юлы булған урамдарҙан, атлап, машинала елдереп үтеүе лә рәхәт шул.