"Йәшлек - шоу" Башҡортостан Республикаһының йәштәр фестиваленә һайлап алыу туры үткән шәмбе - 26 сентябрҙә Кушнаренко ауылында район мәҙәниәт йортонда уҙҙы.Был турҙа ике йыры менән сығыш яһаған яҡташыбыҙ, һәләтле егет Ильяс Батыргәрәев беренсе урын яуланы. Еңеүен ишетеү менән Ильясты ҡотлап шылтыраттым да, унан конкурс тураһында мәғлүмәт белештем.- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин был проекттың продюсеры булараҡ, артабан сираттағы һайлау турын төньяҡ - көнсығыш зонала, артабан Рәсәй региондарында ла үткәреүҙе планлаштырған. 17 - 18 ноябрҙә 1- се турҙы еңгәндәр конкурстың 1- се этабына Өфөгә йыйыласаҡ. Ә гала - концертҡа үткән конкурсанттар 20 ноябрҙә "Башҡортостан" концерт залында билдәле сәхнә йондоҙҙары менән бергә сығыш яһау хоҡуғына эйә буласаҡ. Еңеүселәр исеме лә тап ошонда билдәләнәсәк, - тип һөйләне Ильяс Батыргәрәев.Алдағы һынауҙарҙа ла уңыштар һиңә, Ильяс.