Көҙҙөң иң матур,сыуак көндәре.Баҡсала,баҫыуҙа уңыш йыйылып бөтөү мәл. Кәрәк саҡлыһы инде ҡышҡылыҡҡа тип баҙҙарға төшөрөлгән,артып ҡалғанын кемдер малына ашата,кемдер сығарып һатыу хәстәрен күрә.
Ябалаклы уңғандары көҙгө йәрминкәләрҙе башлап та ебәрҙе.Йәшелсә-емеш,һөт,ҡаймаҡ, ҡатыҡ,ауыл тауығы,өйрәк, йомортҡа,тоҙланған йәшелсә,турамалар,ҡайнатмалар менән бер рәттән ҡул оҫталарының да эштәре йәрминкәнең йөҙөк ҡашы булып үҙенә саҡырып торҙо.