"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса алынған яңы хәҙерге заман компьютер томографын баш ҡалабыҙҙың 8-се клиник хәстәханаһына ҡуйыу тамамлана.
Aquilion Lightning компьютер томографы – өйрәнеләсәк ағзаның өс яҡлы күренешен алыу өсөн ренгент нурҙарын ҡулланып үткәрелгән хәҙерге заман инновацион ҡоролмаһы. Ул төрлө ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн ҡулланыла.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова