"Транснефть – Урал" акционерҙар йәмғиәте метрологтары компания подразделениелары араһында яҡшы эш һөҙөмтәләре өсөн "Транснефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дипломына лайыҡ булды.
"Транснефть"тең йөҙ меңдән ашыу коллективының мөһим бурысы – магистраль үткәргес торбалар системаһы буйлап нефтте һәм нефть продукттарын аварияһыҙ һәм өҙлөкһөҙ ҡыуыу. Нефть сығарыусы компанияларҙан нефтте ҡабул итеп, уны нефть эшкәртеү заводына тапшырыу һәм экспортҡа ебәреү, эшкәртеүсенән нефть продукттарын ҡабул итеү – ошо һәм башҡа операциялар башҡарғанда теүәл иҫәпһеҙ булмай. Быны заманса ҡорамалдар тәьмин итә, уны тикшереү һәм калибровкалауҙы белгес-метрологтар башҡара. Уларҙың эш һөҙөмтәһе йыл һайын баһалана. Ошо көндәрҙә "Транснефть"тә метрологтарҙың 2019 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды.
Ҡабул итеү-тапшырыу пункттары торошон контролләү сифаты, нефть сифаты күрһәткестәрен, күләмен үлсәү системаларының һәм үлсәү ҡорамалының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү, автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын ҡулланып үлсәү сараларын тикшереү һәм калибровкалау буйынса эштең һөҙөмтәлелеге – "теүәллек буйынса белгестәр"ҙең эш сифатын баһалағанда был һәм башҡа төрлө факторҙар иғтибарға алынды. Һөҙөмтәлә "Транснефть – Урал" акционерҙар йәмғиәте белгестәре лидер булып танылды – бының хаҡта онлайн-форматта уҙған кәңәшмә барышында иғлан ителде. Предприятие метрологтары "Транснефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дипломына лайыҡ булды.
Бөгөн предприятие 56,6 мең берәмек үлсәү сараһын ҡуллана, уларҙың яҡынса 26 меңе үҙ көстәре менән тикшерелә һәм калибровкалана. "Транснефть – Урал" компанияһының метрология хеҙмәтендә юғары квалификациялы 51 белгес эшләй.
Әйткәндәй, метрологтар активының был тәүге уңышы ғына түгел: мәҫәлән, 2018 йыл эш йомғаҡтары буйынса "Транснефть – Урал" акционерҙар йәмғиәте метрология (шулай уҡ тауар-транспорт һәм диспетчер) подразделениеларының һөҙөмтәле эш күрһәткестәре буйынса "Транснефть" системаһы ойошмалары араһында лидер булып танылғайны.