Йәйғор
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 12:49

Владимир Путин ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе

Рәсәй дәүләте башлығы билдәләп үтеүенсә, 30 йыл элек Германияның берләшеүе Европа тарихында мөһим ваҡиға булған

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федератив Германия Республикаһының Федераль Президенты Франк-Вальтер Штайнмайерға һәм федераль канцлер Ангель Меркелгә милли байрамдары — Германия берҙәмлеге көнө уңайынан ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Был турала kremlin.ru сайтында хәбәр ителә.
Рәсәй дәүләте башлығы билдәләп үтеүенсә, 30 йыл элек Германияның берләшеүе Европа тарихында мөһим ваҡиға булған. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең Германия партнёрҙары менән халыҡ-ара көн тәртибенә, ике яҡлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса әңгәмәгә һәм үҙ-ара килешеп эш итеүгә әҙер булыуын белдерҙе.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в