Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 11:59

Акция дауам итә

"Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк" акцияһында күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографиялар, маммографиялар һәм башҡа модулдар ҡатнаша

"Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк" акцияһында күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографиялар, маммографиялар, Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник хәстәханаһының, республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһының модуле ҡатнаша. Был маршрут "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ойошторола.
Акция башланғандан алып 19 мең 309 кеше ҡаралған, 11 мең 660 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 8 мең 300 флюрография һәм 3 мең 360 маммография тикшереүҙәре. Ошо осорҙа 1 мең 440 кешенең ҡанында глюкоза кимәле юғары булыуы асыҡланған, ә 1 мең 316 граждандың — холестеринының юғары булыуы. 2 мең 751 пациенттың- ҡан баҫымы юғары, 66 кешегә шәкәр диабеты сире ҡуйылған, 15-е туберкулез йоҡторған.
Төҙөлгән бригадалар 6 районда эшен дауам итә.
Өфө маршруты — 5-9 октябрҙә Кушнаренко районында.
Дыуан маршруты — 9 октябргә тиклем Мәсетле районында.
Нефтекама маршруты — 5 октябрҙә Яңауыл районында эшен тамамлай. 6-9 октябрҙә Краснокама районында эшләй башлай.
Октябрьский маршруты — 5-9 октябрҙә Фёдоровка районында.
Белорет маршруты — 9 октябргә тиклем Бөрйән районында.
Благовещен районында табиптар бригадаһы биш көн булды. Уларға Ильино-Поляна, Бедеева Поляна Яңы Надеждин ауылдары халҡы мөрәжәғәт итә алды.
Читайте нас: