Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 11:29

Халыҡ театрының уңышы

Нуриман районы мәҙәниәт йортондағы һәләтле режиссер Фәнзилә Зарипова етәкләгән Сәғит Мифтахов исемендәге башҡорт халыҡ театрының исеме халыҡ араһында киң билдәле

Нуриман районы мәҙәниәт йортондағы һәләтле режиссер Фәнзилә Зарипова етәкләгән Сәғит Мифтахов исемендәге башҡорт халыҡ театрының исеме халыҡ араһында киң билдәле. Күңеленә һәләтен ҡушып, дәртләнеп уйнаған һәүәҫкәр артистарҙың спектаклдәренә нуримандар бик теләп йөрөй, яңы сезонды ла театр сәнғәтен һөйөүселәр көтөп ала. Бына әле яңыраҡ нуримандар ҙа, театр артистары ла шатлыҡлы хәбәр ишетеп ҡыуанды. Сәғит Мифтахов исемендәге башҡорт халыҡ театры Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелгән республика онлайн конкурсында һәүәҫкәр театр коллективтары араһында 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Мәғлүмәт Нуриман районының мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды.
Читайте нас: