Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 17:44

Артистарға - сәхнә кейеме

Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте вокал ансамблгә бушлай 12 костюм тапшырҙы

Благовещен районының Николаевка ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған концерт - кисәләргә йөрөүселәр һәүәҫкәр артистарҙың сығышын яратып ҡарай. Улар оҫта йырлай, дәртле бейеп үҙенең тамашасыһын ҡыуандыра. Әле яңыраҡ һәүәҫкәр йырсылар үҙҙәре лә костюмлы булыуына шатланды. Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте вокал ансамблгә бушлай 12 костюм тапшырҙы. - Ансамбль йырлай, ҡайҙа ла теләп сығыш яһай, уның һәр ағзаһы ҙур артист һәм ысын йондоҙ булараҡ билдәле. Беҙ завод етәкселегенә шундай бүләк өсөн рәхмәтлебеҙ, - тип һөйләне Николаевка ауыл хакимиәте башлығы Елена Сютина.
Читайте нас в