Йәйғор
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 11:54

Бөгөн — Президенттың тыуған көнө

Бөгөн, 7 октябрь, Рәсәй Президенты Владимир Путин 68 йәшен билдәләй. Ул Ленинградта 1952 йылда тыуған. Ғаиләлә өсөнсө бала була.

Бөгөн, 7 октябрь, Рәсәй Президенты Владимир Путин 68 йәшен билдәләй. Ул Ленинградта 1952 йылда тыуған. Ғаиләлә өсөнсө бала була.
1960 - 1965 йылдарҙа 193-сө һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый. Унан технология институты базаһындағы химик йүнәлешле 281-се мәктәптә белем ала.
Президент булып киткәс, Владимир Путин бәләкәй саҡтан разведчиктар тураһында совет фильмдары менән мауығыуын һәм дәүләт хәүефһеҙлеге органдарында эшләргә хыялланыуын белдерә. Уҡыусы сағында спорт менән шөғөлләнә. Ленинградта самбо һәм дзюдо буйынса чемпион була. Йәш ваҡытында башҡа Ленинград спортсылары менән бер рәттән, каскадёр ролендә- "Ленфильм"да, "Ижорский батальон" хәрби драмаһында, "Блокада" эпопеяһында төшә.
Читайте нас в