Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 12:16

Питомниктың эше көйлө

Бында сифатлы емеш - еләк, ултыртыу материалдары артынан килеүселәргә бар шарттар булдырылған

Башҡортостан халҡын сифатлы, тәмле емеш - еләк менән тәьмин итеүҙе эшенең төп маҡсаты итеп ҡуйған "Шишмә емеш - еләк питомнигы" ауыл хужалығы предприятиеһы көҙгө эштәргә етди иғтибар бүлә.Көҙҙөң һәр көнөн иҫәпкә алған питомник эшселәре 22 гектар майҙанда ҡарағат, айыу баланы, ҡара миләш ҡыуаҡтарын ултыртыу менән мәшғүл. Ҡул хеҙмәтен ҡулланмаған 3 кеше махсус ағас ултыртыу машинаһында 3 гектар майҙанда алмағастар ҙа ултыртыла. 11 гектар майҙанға тамсылап һыу һибеү, унда махсус файҙалы ашламаларҙы индереү системаһы ла бында көйлө эшләй. Питомникка сифатлы емеш - еләк, ултыртыу материалдары артынан килеүселәргә бар шарттар булдырылған. Етәкселек тә, эшселәр ҙә тик ыңғай һөҙөмтәгә ынтыла. Улар әле түккән көсөнән мул уңыш, табыш алырға ниәтләй.
Мәғлүмәт Шишмә район хакимиәте башлығы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: